Ҡырмыҫҡалы районында бәлиғ булмаған водитель ҡатнашлығында үлемесле авария теркәлгән

14 йәшлек үҫмер ата-әсәһе өйҙә юҡ саҡта, дуҫы менән атаһының автомобилендә йөрөп килергә була. Хәүефһеҙлек ҡайыштарын беркетмәгән малай 10-сы модель ВАЗ автомобилендә юл ситенә сығып түңкәрелә һәм алғы тәҙрәнән осоп сығып һәләк була. Уның класташ пассажиры ҡайышын беркетеп ултырғанға күрә еңелсә йәрәхәттәр менән сикләнә. Һәләк булған 8-се синыф уҡыусыһы быйыл мопед водителе булараҡ та автоинспекторҙар иғтибарын йәлеп иткән булған. Ул саҡта баланың атаһына ҡарата административ протокол төҙөлә. Осраҡ буйынса тикшереү бара.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ