Иглин ауылы мәктәбендә яңы стоматология кабинеты асылды

Иглин ауылының Советтар Союзы геройы Виктор Бесценный исемендәге 1-cе мәктәптә яңы стоматология кабинеты асылды. Ул Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән тормошҡа ашырылған «Ҡанатлан» мәғариф проектының «Сәләмәт йылмайыу» модуленә ярашлы асылған. Теш табибы бүлмәһендә уҡыусыларҙы ҡабул итеү һәм тештәрен дауалау өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Быға тиклем Иглиндәге 3-cө мәктәптә лә стоматология кабинеты булдырылғайны, тиҙҙән уны Аҡбирҙе ауылында ла асыу планлаштырылған

Белем усағында 1320 уҡыусы иҫәпләнә, улар хәҙер уҡыу процессынан айырылмай, тештәрен дауалау, ауыҙ гигиенаһы буйынса профилактик саралар үтеү мөмкинлегенә эйә.

Светлана Бубенок Иглин үҙәк район дауаханаһы балалар теш табибы

Республика мәғариф учреждениеларында стоматология кабинеттары һаны буйынса Волга буйы федераль округында беренсе урында - ике йөҙҙән ашыу теш табибы бүлмәһе иҫәпләнә, уларҙың һикһәне «Сәләмәт йылмайыу» модуле сиктәрендә булдырылған. Йыл аҙағына тиклем Башҡотостанда тағы ла ике тиҫтәнән ашыу стоматология кабинетын асыу ҡаралған.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ