Өфөлә үткән төҙөлөш тармағы белгестәре конференцияһында торлаҡ төҙөлөшө менән бәйле һорауҙар, перспективалар һәм үҫеш юлдары ҡаралды. Башҡортостанда былтыр 3 млн квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған. Быйыл күрһәткестәрҙе тағы ла арттырыу маҡсаты ҡуйыла. Торлаҡ төҙөлөшөнә комплекслы ярҙам проекттарын йәлеп итеү буйынса республика алдынғы төбәктәр исемлегендә. Инженер инфраструктураһын әҙерләү өсөн «Стимул» программаһы эшләй, уның сиктәрендә федераль бюджеттан 7,2 миллиард һум субсидия бүленгән.






