Башҡортостанда «гараж амнистияһы» буйынса 4 мең ярымдан ашыу объектҡа документтар әҙерләнгән

Был ике меңгә яҡын гараж һәм кәмендә улар урынлашҡан 3 мең ер участкаһы. Ябайлаштырылған тәртип нормалары менән йышыраҡ Нефтекама, Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Өфө ҡалаларында һәм Өфө районында йәшәүселәр файҙаланған. «Гараж амнистияһы» тураһындағы закон граждандарға 2026 йылдың 1 сентябренә тиклем гараж тәғәйенләнешендәге объекттар һәм улар ултырған ер участкаларына милек хоҡуғын ябайлаштырылған тәртип буйынса алыу мөмкинлеге бирә. Һүҙ капиталь төҙөлөш объекттары һәм гараж-төҙөлөш кооперативтарында урынлашҡан биналар тураһында бара.

Гараж амнистияһы менән файҙаланыу өсөн граждандар Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығына ғариза яҙырға тейеш. Шулай уҡ был гараждың тап уның ҡарамағында булыуын раҫлаусы документ талап ителә.

Наталья Шаһиева, РОСРЕЕСТР-ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе ярҙамсыһы
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ