Бөгөн һәм иртәгә Өфөнөң Совет майҙанында «Көҙ романтикаһы» Бөтә Рәсәй классик музыка фестивале уҙа

Тамашасылар алдында Дмитрий Крюков етәкселегендә республиканың Милли симфоник оркестры сығыш яһай. Программала Чайковский, Крюков, Наварро әҫәрҙәре, билдәле опера ариялары башҡарыласаҡ. Иртәгә ошо уҡ майҙанда художество етәксеһе һәм баш режиссер Юрий Медяник етәкселегендә Төмән филармония оркестры сығыш яһай.

Быға бәйле, баш ҡала үҙәгендә ҡайһы бер урамдар ваҡытлыса ябыла. Бөгөн һәм иртәгә көндөҙгө сәғәт 3-тән төнгө 10-ға тиклем Пушкин урамының Цюрупа һәм Ленин урамдары киҫелеше, шулай уҡ Совет урамының Зәки Вәлиди урамынан Пушкин урамына тиклемге өлөшөндә транспорт хәрәкәте сикләнә. Фестиваль саралары киске 7-лә башлана. Инеү ирекле.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ