«Геосаҡырыу» тип исемләнгән сара 16 сентябрҙән алып 22 сентябргә тиклем үтә һәм Рәсәй, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр берләшмәһе илдәренән йәш геологтарҙы, ғалимдарҙы туплаясаҡ. Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары-хөкүмәт аппараты етәксеһе Азамат Абдрахманов етәкселегендә ойоштороу комитеты ағзалары балаларҙы урынлаштырыу, чемпионатты уҙғарыу шарттары менән ҡыҙыҡһынды.
Чемпионат Шишмә районында урынлашҡан «Патриот» паркында, Архангел, Ишембай һәм Ғафури райондарында үтә. Унда Рәсәй, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан һәм башҡа яҡын сит илдәрҙән 20 команда 11 төр ярышта көс һынаша. Улар палеонтология, геохимия, гидрология, минералогия, петрография буйынса һынау тотасаҡ, проекттарын яҡлаясаҡ. Йәш геологтарҙың ярышын илдең абруйлы ғалимдары һәм ҡаҙылма байлыҡтар өлкәһендә эшләүсе эксперттар баһалаясаҡ. Вице-Премьер Азамат Абдрахманов әйтеүенсә, Башҡортостан өсөн был чемпионат үтә лә мөһим. Сөнки сара ер аҫты байлыҡтары күп булған төбәктә үтеүе байтаҡ проблемаларҙы хәл итеү, ҡаҙылма байлыҡтар менән файҙаланыуҙы яңы кимәлгә күтәреү мөмкинлеге бирә.






