Киләһе өс йылда Башҡортостанда соя баҫыуҙары майҙаны 10 тапҡырға арттырылырға тейеш

Был турала бөгөн Ауырғазы районында ойошторолған «Баҫыу көнө»ндә белдерелде. Илдең билдәле эксперттары һәм ауыл хужалығы белгестәре ҡатнашлығындағы семинар соя һәм кукуруз үҫтереү технологияларына арналды. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Илдар Байбулатов әҙерләгән репортажда.

Был кукуруздың тәжрибә үткәреү майҙаны. Бөгөн Башҡортостан хужалыҡтары Хрущев заманындағы «баҫыу батшабикәһе»н башлыса мал аҙығы өсөн етештерә. Шулай уҡ айырым предприятиелар уны игенгә лә үҫтерә. Белгестәр билдәләүенсә, юғары уңыш алыу өсөн тәү сиратта технологик алымдарҙы дөрөҫ һайлау мөһим. Был йәһәттән Краснодар ғалимдарының тәжрибәһе ҙур ярҙам күрһәтә.

Соя һәм кукуруз үҫтереү технологияларына арналған семинар «Салауат» крәҫтиән-фермер хужалығында беренсе йыл ғына ойошторолмай. Был предприятие үҙ баҫыуҙарында урындағы климат шартары өсөн яраҡлашҡан сорттарҙы һынай. Быйылғы семинар барышында да ҡатнашыусыларға соя һәм кукуруз гибридтарының яңы сорттары күрһәтелде.

«Салауат» хужалығы быйыл шулай уҡ 304 гектарҙа сояның ике сортын үҫтергән. Был культура тупраҡҡа яҡшы тәьҫир итә. Юҡҡа ғына уны ер «санитар»ы, тип атамайҙар. Семинар барышында эксперттар Башҡортостанда ҡулланыу өсөн тәҡдим ителгән сояның яңы сорттары менән таныштырҙы.

Урындағы климат шарттарына яраҡлаштырылған соя төрҙәренең береһе тип белгестәр «Салауат» сортон иҫәпләй. Ул әлегә көндә дәүләт комиссияһы тарафынан һынау үтә.

Быйыл республикала соя майҙандары 10 мең гектарҙы биләй. Хужалыҡтар ҡуҙаҡлы культураны яңы ғына һуға башланы, шуға ла гектар ҡеүәте тураһында һүҙ ҡуҙғатыуға иртәрәк.

Республика өсөн сағыштырмаса яңы ауыл хужалығы культураһы, соя, дым һәм йылылыҡ менән тәьмин итеүгә юғары талаптар ҡуя. Башҡортостанда үҫтереүҙең нескәлегенә ҡарамаҫтан, аграрийҙар уның килемлелегенә шик тотмай.

Илдар Байбулатов

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ