Баш ҡаланың Ағиҙел буйы транспорт хәрәкәте өсөн ябылды

Бынан һуң, Салауат Юлаев майҙанынан «Юность» бассейнына тиклем генә төшөргә мөмкин. Сочи урамына сығыу юлдарына блоктар һалынды. Сикләү 2024 йыл аҙағына тиклем ғәмәлдә ҡала. Юл ябыуҙың сәбәбен БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина асыҡланы.

Яр буйы урамын япмаҫ борон, өлгөргөне Сочи урамына сығып ҡалырға тырышып, газ педаленә баҫа. Блоктар һалынды, тимәк, бынан һуң, водителдәргә ошо юл ябыҡ. «Кирбес» билдәһе бында 2024 йылдың аҙағына тиклем торасаҡ. Сәбәбе Ағиҙел күпере ремонтына бәйле. Иҫке үткәүелде һүтер өсөн, уға бағаналар терәү талап ителә. Шуларҙың береһе нәҡ юлға төшәсәк.

Терәк бағана ваҡытлыса ҡуйыла. Юлды ябыуҙан башҡа сара күрмәйбеҙ. Ремонт ваҡытында водителдәр һәм йәйәүлеләр өсөн бында йөрөү хәүефле буласаҡ. Терәк бағана күперҙең иҫке өлөштәрен һүтеп, яңыларын ҡуйыр өсөн кәрәк.

Василий Чукуров, төҙөлөш компанияһы директоры

Күпер аҫтындағы юл водителдәр өсөн генә түгел, йәйәүлеләр өсөн дә сикле буласаҡ. Әле түгел, үткәүелде һүтеү эштәре башланыу менән. Машиналар иһә Ағиҙел яр буйына төшә ала, тик «Юность» бассейны янына тиклем генә. Проектҡа ярашлы, эш 2025 йылға тиклем дауам итергә тейеш булған. Тик күперҙе баш ҡала юбилейына файҙаланыуға тапшырыу бурысы ҡуйылған.

Күпер ныҡ иҫкергән. Шуға ла төҙөкләндереү ваҡытына беҙ халыҡты ҡурҡыныс аҫтына ҡуймаясаҡбыҙ. Водителдәргә төп юлдарҙан йөрөү хәйерлерәк. Үткәүелдең бер өлөшө килеп төшөүе ихтимал. Граждандарҙың һаулығы беҙгә ҡиммәтерәк.

Андрей Исаев, Өфө ҡалаһы хакимиәте бүлеге етәксеһе урынбаҫары

Әле күперҙә ремонт эштәре дауам итә. Төҙөүселәр үткәүел торған бағаналарҙы нығыта. Төҙөкләндереүҙә 200 кеше, 30 техника ҡатнаша. Киләсәктә күперҙе буяу, фонарҙәр, төҫлө иллюминация тотоштырыуға ике тапҡырға күберәк кеше йәлеп ителәсәк.

Рәзилә Ғиниәтуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ