Салауат Юлаев исемендәге икенсе ирекле батальон яугирҙары хәрби әҙерлек пункттарында уҡыуҙар үтә

Бер аҙҙан улар алғы һыҙыҡҡа - махсус хәрби операция биләмәһенә юлланасаҡ. Башҡортостанда Салауат Юлаев исемендәге беренсе батальон былтыр тупланды. Ике батальон да «Росгвардия» составы ҡарамағында хеҙмәт итә. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Яугирҙар иртәнге 9-ҙан киске сәғәт 6-ға тиклем күнекмәләр үтәп физик сәләмәтлеген нығыта. Көн дауамында улар хәрби әҙерлек өҫтөндә эшләп алғы һыҙыҡҡа юлланыр өсөн бар көсөн һала. Салауат Юлаев исемендәге икенсе ирекле батальон составында хеҙмәт итергә теләп 3 меңдән ашыу кеше берләшкән. Улар араһында «Учитель» - ҡушаматлы яугир ҙа бар. Хәрби баш ҡала гимназияһы педагогы.

«Шустрый» ҡушаматлы яугир ҙа алғы һыҙыҡҡа балалар һәм киләсәк тормош тураһында уйлап юлланған ир-азаматтарҙың береһе. Ватан саҡырғанда ситтә ҡалыу мөмкин түгел, ти ул.

Хәрби әҙерлек пунктында ир-егеттәргә йылы аш һәм йәшәү шарттары ойошторолған. Килешеү буйынса хәрби хеҙмәткә юлланған яугирҙарға һәм уларҙың яҡындарына ҡаралған социаль льготалар гарантиялана.

Башҡортостанда Салауат Юлаев исемендәге беренсе батальон былтыр тупланды. Ике батальон да «Росгвардия» составы ҡарамағында хеҙмәт итә. Яңы ойошторолған икенсе батальонға инергә теләп бер аҙна эсендә 120 кеше мөрәжәғәт иткән. Хәрби килешеү төҙөргә теләгән ир-егеттәр Өфөлә Крупская урамы, 7 һәм Дан бульвары, 6 -сы һанлы йорт адресы буйынса урынлашҡан штабҡа мөрәжәғәт итә ала. Бынан тыш, штаб филиалдары Стәрлетамаҡта, Туймазыла һәм Салауат районының Малаяҙ ауылында эшләй.

Флорида Ким

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ