Өфөлә Бөтә Рәсәй #ДавайВступай марафонына старт бирелде

Эстрада йондоҙҙары, депутаттар, приставтар һәм башҡа һөнәр эйәләре бөгөн Республика ҡан тапшырыу станцияһына килде. Өфөлә Бөтә Рәсәй #ДавайВступай марафонына старт бирелде.

Елек донорҙары федераль регистры уҙғарған акция тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева.

Бөгөн республика ҡан тапшырыу станцияһында ғәҙәттәге тынлыҡты боҙоп баянда дәртле көйҙәр, йырҙар яңғыраны. Акцияла ҡатнашыусыларҙы Алмас менән Айҙар Юнысовтар сәләмләне.

Игеҙәк автор башҡарыусылар #ДавайВступай бөтә рәсәй елек донорлығы марафонында ҡатнаша.

Акцияны асыу тантанаһында Нефтекама ҡалаһы менән видеобәйләнеш ойошторолдо.

Музыканттар концерт ҡуйыу өсөн генә килмәгән. Игеҙәктәр бында елек донорҙары рәтенә баҫыу маҡсатында.

Тәүҙә анкета тултырыла, буй һәм кәүҙә ауырлығы иҫәпләнә. Ҡан тапшырыусы 50 килограмдан да кәм тартмаҫҡа, хроник ауырыуҙары булмаҫҡа тейеш. Йәш яраҡлығы 18 йәштән 45 йәшкәсә.

Акцияға төрлө предприятиелар, ойошмаларҙан хеҙмәт коллективтары күмәкләп ҡушылды. Суд приставтары араһында даими ҡан һәм уның компоненттарын тапшырыусылар байтаҡ. Был юлы ла улар изге эштән ситтә ҡалмаған.

Елек - ҡан яһаусы туҡыма. Уның буйынса донор табыу ҡатмарлы. 10 мең донор араһынан берәүһенеке генә тап килеүе мөмкин. Пациенттың туғандары араһында елек мейеһе доноры булыуы ихтимал. Туғандар араһында яраҡлы кеше булмаһа, шул уҡ HLA-генотиплы кешене эҙләргә кәрәк. Донорҙар регистрында әле 8 мең кеше, уны 15 меңгә еткереү бурысы тора тиелде, акцияны асыу тантанаһында.

Бөтә Рәсәй елек мейеһе донорлығы марафоны #ДавайВступай федераль һөйәк мейеһе донорҙары регистры тарафынан ойошторола. Ул Рәсәйҙең 72 ҡалаһында үтә һәм 10 ноябрҙә тамамлана.

Рәмилә Исмәғилева

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ