Быйыл премия туғыҙынсыға тапшырыла. Бәйгелә баш ҡала биләмәһендә волонтерлыҡ эшмәкәрлеге алып барған граждандар ҡатнаша ала. Шулай уҡ иң яҡшы социаль проект һәм ирекмәндәр үҙәге билдәләнә. «Йыл асышы», «Күңеле менән йәш», «Ярҙам итергә тыуғандар», «Беҙ бергә», «Изгелек эшлә» тип исемләнгән номинациялар булдырылған. Конкурста ҡатнашыуға заявкалар 1 октябргә тиклем ҡабул ителә. Тейешле документтарҙы Өфө ҡалаһының Йәштәр мәшғүллегенә булышлыҡ итеү үҙәгендә, Комсомол урамы, 12-cе йорт, 15-cе кабинетта ҡалдырырға кәрәк.






