Өфөнөң Совет майҙанында «Көҙ романтикаһы» Бөтә Рәсәй классик музыка фестивале башланды

Күләмле мәҙәни сараның тәүге көнөндә юғары мәҙәниәт һөйөүселәр алдында Дмитрий Крюков етәкселегендә республиканың Милли симфоник оркестры сығыш яһаны. Концерттан БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина репортажы.

Мөхәббәт һәм музыка кеше йөрәгенә ҡапыл үтеп инеү һәләтенә эйә.

Ғашиҡ булаһың да бөтә донъя һиңә матур симфония уйнаған кеүек. Баш ҡаланың Совет майҙанында «Көҙгө романтика». Беренсегә уҙғарылған күләмле фестивалдә билдәле донъя классикаһы әҫәрҙәре яңғырай.

Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле янындағы биләмә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә халыҡтың яратҡан ял урынына әйләнде. Батыр даны мәңгеләштерелгән майҙанда республиканың милли симфоник оркестры башҡарыуында барыһына ла таныш музыкаль композициялар - Наварро, Чайковский, Крюков, Әхмәтов әҫәрҙәре һәм билдәле опера ариялары башҡарыла. Дирижер пульты артында Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Дмитрий Крюков.

«Көҙ романтикаһы» Бөтә Рәсәй классик музыка фестивале Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән уҙғарыла, республика мәҙәниәтен күп яҡлы үҫтереүгә йүнәлтелгән. Алтын миҙгелдең симфонияһы тәүге секундттарҙан уҡ халыҡ күңелен арбаны.

Күләмле фестивалдә Башҡортостандың халыҡ артистары Артур Нәзиуллин, Дилара Иҙрисова, Илһам Вәлиев ҡатнашты. Асыҡ һауалағы сәхнәгә Үзбәкстандың алтын тауышы - билдәле опера йырсыһы Женисбек Пиязов та сыҡты.

Ил кимәлендә уҙғарылған фестиваль сиктәрендә төбәктә йәшәүселәр өсөн ике көнлөк концерт программаһы әҙерләнгән. Иртәгә ошо уҡ майҙанда танылған дирижер Юрий Медяник етәкселегендә Төмән филармонияһы оркестры концерт ҡуя.

Ҡасандыр автомобиль парковкаһы булған биләмә заманса төҫ алып, юғары мәҙәниәт өлгөһө - классик музыкаға ла ысын һәйкәл ҡуйҙы. Көҙ романтикаһы башлана ғына. Совет майҙанында Симфоник төндәрҙе даими уҙғарыу планлаштырыла.

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ