Әле Хәйбулла районында Сиҙәм ауылы янында 7 километр ярымлыҡ арауыҡ тәртипкә килтерелә. Быйыл Хәйбулла һәм Баймаҡ райондарында 27 километрҙан ашыу юлды төҙөкләндереү маҡсаты ҡуйылған. -Сибай-Аҡъяр трассаһы республиканың ике районын тоташтыра. Был юл халыҡ өсөн үтә мөһим. Шуға ул тәртиптә булырға тейеш, - тине Транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов. Быйыл Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса халыҡ ныҡ зарланған юлдарҙы ремонтлау программаһы ғәмәлгә ашырыла башланы. Йыл аҙағына тиклем дөйөм оҙонлоғо 237 километр юл төҙөкләндерелә.




