“Роснефть” структураһына ҡараған “Башнефть” компанияһы 2023 йылдың беренсе яртыһында энергия һаҡлау буйынса программаларҙы ғәмәлгә ашырыуҙан 515 миллион һум аҡса экономиялаған. “Роснефть-2030: ышаныслы энергия һәм глобаль энергетик күсеү” йүнәлешендә төп элементтарҙың береһе - етештереү активтарының эш һөҙөмтәлелеген арттырыу. Компания йыл дауамында энергия ресурстарын рациональ файҙаланыу һәм энергия тотоноуҙы кәметеү, электр көсөргәнешен һәм йылылыҡ процестарын ҡулайлаштырыуға бәйле планлы эш алып бара. Мәҫәлән, “Башнефть” компанияһының нефть һәм газ табыу буйынса төп операторы “Башнефть-Добыча”ла, энергия һаҡлау сараларын ҡулланыуҙан иҡтисади һөҙөмтә 343 миллион һум тәшкил иткән, 9 бөтөн ундан 8 миллион киловатт-сәғәт электр энергия һаҡланған, ул 10 мең тонна яғыулыҡҡа тиң. Башнефттың “Соровскнефть”, “Башнефть-Полюс”, “Башнефть-УНПЗ”, “Башнефть-Новойл”, “Уфаоргсинтез”, “Шкаповский ГПП” кеүек компаниялары ла ошондай уҡ яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән.








