Бөгөн Сипайлово биҫтәһендәге 29-сы белем биреү үҙәгендә балалар бауырҙан суфле ашаны. Республикала уҡыусыларҙы туҡландырыуға ҙур иғтибар бирелә, уны камиллаштырыу буйынса ентекле эш алып барыла. Бөгөн менюлағы яңы ризыҡтың сифатын Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев баһаланы. Төбәктә мәктәптә ашатыуҙы туҡланыу комбинаттары тәьмин итһә, байтаҡтарында ризыҡ урында әҙерләнә. 29-сы белем биреү үҙәгендә уҡыусыларҙы ҡайнар аш менән тәьмин итеү өсөн бөтә шарттар булдырылған.






