Халыҡ өсөн уңайлыҡтар. Был уңайлыҡтарҙаң иң мөһиме -сифатлы юлдар. Ғафури районы үҙәге Красноусол ҡасабаһы тиҙҙән танымаҫлыҡ булып үҙгәрәсәк. Юлдарҙа туҙған асфальт-бетон ҡатламы алмаштырыла, тротуарҙар һалына, эскәмйәләр ҡуйыла, биләмәләр һәм ихата алдары йәшелләндерелә.
Районда «Уңайлы ҡала мөхите» проектын тормошҡа ашырыу менән БЮТ ижади төркөмө ҡыҙыҡһынды. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
Ғафури районы үҙәге Красноусолда юлдар торошо күҙгә күренеп яҡшыра. Район үҙәгендә халыҡ йәшәйешендә мөһим урын алған өлкәне тәртипкә килтереүҙе Ленин урамынан башлағандар. Йылдар үтеү менән туҙып соҡорҙар хасил булған юл өлөштәрендә ҡайнар асфальт-бетон ҡатнашмаһы түшәлә.
Район үҙәгендә йыл аҙағына тиклем 6 урам юлдары тәртипкә килтереләсәк. Ленин урамында эштәргә Стәрлетамаҡ юл -ремонт-төҙөлөш идаралығы хеҙмәткәрҙәре йәлеп ителгән. Транспорт хужалары уңайлыҡтарын хәстәрләү иһә Ғафури районы коммуналь хужалығы яуаплылығында. Биләмәләрҙе төҙөкләндереү «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проекты сиктәрендә башҡарыла.
Юлсылар дөйөм оҙонлоғо 6 километрҙан ашыу 5 участкала асфальт ҡатламын яңынан түшәгән. Бынан тыш, Табын ауыл советы биләмәһендә урынлашҡан район әһәмиәтендәге Павловка-Архангел юлында туҙған асфальт -бетон ҡатламы яңыһына алмаштырласаҡ. Күперҙәр ремонтлауға, ҡырсынташ түшәүгә контракт өс йылға төҙөлгән. Ғафури районында барлығы 8 километрҙан ашыу юл ҡатламын ремонтлау күҙаллана.
Районда иҫкергән юл ҡатламын ремонтлау йылдам үтәлә. Сифатлы һәм уңайлы юлдар юл-транспорт ваҡиғалары статистикаһын күпкә кәметергә булышлыҡ итер тип күҙаллана.
Гүзәл Борханова






