Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Көйөргәҙе районынан Виктория Чуева миҫалында, шәхси эш асыу мөмкинлектәре тураһында яҙып сыҡты. Логопед дәүләт программаһы буйынса субсидия юллап, балаларҙың үҫеш студияһын асҡан һәм кәрәкле ҡормалдар һатып алған. Виктория Чуева кеүек эшҡыуарҙар Башҡортостанда бихисап. Республикала 128 мең бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты иҫәпләнә. Һәр береһенә тейешле шарттар булдырыға һәм ярҙам күрһәтергә тырышабыҙ тип яҙған Башҡортостан башлығы.
2023 йылда Башҡортостан бюджетынан муниципаль берәмектәрҙең эшҡыуарлыҡты үҫтереү программаларына 100 миллион һум аҡса бүленгән. Быйыл дөйөм финанс ярҙам күләме 3 миллиард һумды ашып киткән. Ентекләберәк инвестрб нөктә ру сайтында.



