«Сәләмәтлек» милли проекты буйынса Балтас районында үҙәк дауаханаға 30 миллион һумға диагностика ҡоролмалары һатып алынған. Ҡатын-ҡыҙҙар маммографы, УЗИ аппараттары теүәл диагноз ҡуйып сирҙәрҙе асыҡларға ярҙам итә. Республикала беренсел медицина ярҙамын камиллаштырыу программаһы сиктәрендә учреждениела транспорт саралары ла яңыртылған. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Балтас районында тыуып үҫкән Алһыу Хәйруллина табип һөнәрен үҙләштереп тыуған яғына эшкә ҡайтҡан. Район дауаханаһында эпидемиолог булып урынлашып ул «Ауыл табибы» программаһы буйынса матди ярҙам алған. Хеҙмәт юлын яңы башлаған йәш белгес артабан да урындағы учреждениела эшләп тәжрибә тупларға ниәтләй.
Район үҙәге дауаханаһында пациенттарҙы ҡабул итеү өсөн шарттар булдырылған. Быйыл «Сәләмәтлек» милли проекты буйынса учреждение 30 млн һумға яңы ҡоролмалар менән йыһазландырылған. Дауаханаға маммограф һәм күптән көтөлгән заманса УЗИ аппараты һатып алынған . Рәсәйҙә етештерелгән сифатлы диагностика ҡоролмаһы сирҙәрҙе теүәл асыҡларға мөмкинлек бирә.
Дауахана эргәһендә урындашҡан диализ үҙәгендә пациенттар бушлай хеҙмәтләндерелә. Бында ауыр пиелонефрит, ағыуланыу, йәрәхәтләнеү һәм башҡа төрлө сәбәптәр менән бөйөрҙәре эшләмәгән кешеләрҙең ҡаны зарарлы матдәләрҙән таҙартыла.
Төбәктә беренсел медицина ярҙамын камиллаштырыуға иғтибар арта. Модернизация сиктәрендә Балтас үҙәк район дауаханаһының автопаркы яңыртылған. Яңы машиналар хәрәкәт итеү менән ҡатмарлыҡтар кисергән һәм өлкән йәштәге граждандарҙы йөрөтөү өсөн ҡаралған.
Флорида Ким



