Мәғариф учреждениеһы «Мәктәп мәғариф системаһын модернизациялау» федераль программаһы буйынса 80 миллион һумға ремонтланған. Яңыртылған белем усағын БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева барып күрҙе.
Ер шарының түңәрәк булыуы балаларға сер түгел. Улар үҙҙәре уны өйөрөлдөрөп тыуған ҡалаларын эҙләй. Тәнәфесте лә уҡыусылар файҙалы үткәрә. Географияны үҙҙәре ҡыҙыҡһынып өйрәнә. Яңы уҡыу йылынан бының өсөн шарттар бар. Һәр предметты үҙләштереү өсөн заманса уңайлыҡтар булдырылған.
Өфөнөң 13-сө коррекция мәктәп - интернатында хәрәкәт ағзаларында тайпылышы булған, аҡыл үҫеше буйынса артта ҡалған 185 уҡыусы белем ала. Уларҙың иллегә яҡыны интернатта йәшәй, коррекция мәктәбе бөтә республика балалары өсөн эшләй. Ғәҙәти мәктәпкә ҡарғанда бында һәр балаға шәхси ҡараш менән уның үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып уҡытыу программаһы алып барыла.
Уҙған быуаттың 80-се йылдарында төҙөлгән бина тулыһынса яңыртылған. Иҙән-түшәмдәр, стеналар, матди- техник база- бөтәһе лә яңы.
Марсель Вахитов беренсе кластан бында белем ала. Туғыҙынсы класс уҡыусыһының физик мөмкинлеге сикле тип әйтерлек түгел. Был - уҡытыусыларҙың хеҙмәте һәм баланың тырышлығы һөҙөмтәһе.
Капиталь төҙөкләндереү яҙғы каникулдан һуң башланған. Быға бәйле һуңғы сиректә уҡытыуҙа өҙөклөк булмаған. Объекттың фасады йылытылған. Әле мәктәп яны участкаһын тәртипкә килтереү буйынса эштәр дауам итә.
Рәмилә Исмәғилева



