Шул иҫәптән республикала сентябрҙән эш башлаған полилингваль күп профилле мәктәбенең береһе тап ошо төбәктә урынлашҡан. Уҡыу-уҡытыу программаһы башлыса мари телендә алып барыла. Берҙәм мәктәп формаһы ла булдырылған. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Уҡыусылар мари теленән үткән дәресте ҡабатлай. Бишенсе кластағылар өсөн ул асыҡ һөйләшеү форматында ойошторолған. Ғәҙәти дәрестән айырмалы рәүештә ул, туған тел нескәлектәрен төплөрәк өйрәнеүгә йүнәлтелгән. Ә мәктәп программаһындағы башҡа теүәл фәндәр рус һәм мари телдәрендә үҙләштерелә.
Ошо рәүешле үҫеп килеүсе быуын араһында туған телгә ҡарата иғтибар һәм телһөйәрлек уятыла. 1987 йылда Мишкә районы үҙәгендә 2-се мәктәп булараҡ асылған мәғариф учреждениеһы быйыл икеләтә яңырыу кисерҙе. Полилингваль йүнәлештә махсуслашҡан белем усағы капиталь төҙөкләндерелде. Уҡыу-уҡытыу дүрт программа буйынса алып барыла. Шул иҫәптән, башҡорт теле лә дәүләт теле булараҡ бар кластарҙа ла уҡытыла.
Киләһе йыл 2-се мәктәп полилингваль мәктәп тағы ла яңырыу кисерәсәк. Әлеге мәғариф учреждениеһына йәнәш итеп тағы бер бина төҙөү күҙаллана. Ул ике сменалағы уҡыуҙы берәүгә ҡалдырырға мөмкинлек бирә. Шул уҡ 80 урынға иҫәпләнгән ашхана 250-гә тиклем арттырыласаҡ.
Махсус программаға ярашлы, капиталь ремонт эштәре быйыл Мишкә районының дүрт мәктәбендә үтте. Шул иҫәптән, Флорид Бүләков исемендәге 1-се лицейҙың Сабыҡ ауылы филиалында ла. Белем усағының ишек-тәҙрәләре, иҙән-түбәһе менән бергә, уның матди-техник базаһы ла яңыртыла. Ул бигерәк тә уҡытыусылар эшен яйға һалды. Уҡыу бүлмәһендәге шарттар дәрес аңлатыуҙы күпкә еңеләйткән.
Мишкә районы федераль программаға ауыл мәктәптәрен һаҡлап ҡалыу маҡсатында ҡушылған. Киләсәктә шулай уҡ йәштәрҙе йәлеп итеү бурысын да ҡуя. «Ауыл уҡытыусыһы» программаһы буйынса ғына мәҫәлән, Мишкә районына тиҫтәләп уҡытыусы эшкә ҡайтҡан.
Азат Ғәлиуллин



