Башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсы икенсе йыл рәттән үткәрелә. Конкурстың географияһы ла киң. Быйыл унда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 28 башҡарыусы ҡатнашты. Конкурс барышын БЮТ ижади төркөмө лә күҙәтте.
«Ашҡаҙар» радиоһы Республика халыҡ ижады үҙәге менән берлектә «Ашҡаҙар моңдары» башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусы үҙешмәкәр йырсыларҙың II Республика конкурсының II этабын үткәрҙе. Конкурс арҙаҡлы Абдулла Солтановтың тыуыуына 95 йыл тулыуға арналған. Күркәм сарала ҡатнашыусылар абруйлы баһалама ағзалары алдында «тере тауыш» менән музыкаль оҙатыуһыҙ сығыш яһаны. Тәбиғәттән бирелгән тауыш, быуаттар төпкөләнән ауаз булып яңғыраған моңло халыҡ йырҙары жюри рәйесен дә һоҡландырған.
Сағыу милли кейемдәрҙә , әһаңле, тәрән мәғәнәле башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар араһында 30-40 йәшлек йыраусыларҙың күп булыуы ҡыуаныслы күренеш. Халыҡ йырҙары өлкән быуын башҡарыусыларының ғына түгел, улар артынан килгән йәштәрҙең дә репертуарын биҙәй.
Икенсе турҙы уңышлы үткән башҡарыусылар 30 октябрҙә М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының ҙур сәхнәһендә сығыш яһау мөмкинлегенә эйә булды. «Ашҡаҙар» радиоһы хеҙмәткәрҙәре һәр башҡарыусы тураһында «Ашҡаҙар моңдаштары» исемле тапшырыуҙар циклы әҙерләй. Башҡарыусыларҙың йырҙары радио фонды өсөн яҙҙырып алына. Әйткәндәй, Ашҡаҙар радиоһы ойошторған сәмле ярыш халҡыбыҙҙың «йөҙөк ҡашы», олуғ шәхесебеҙ Абдулла Солтановтың исемен мәңгеләштереүҙәге беренсе сара. Тимәк, боронғо йырҙарҙы халыҡ йыраусылары аша киң йәмәғәтселеккә еткереү эше уңышлы дауам итә.
Гүзәл Борханова



