Республикала Пилотһыҙ авиация системаларын үҫтереү дирекцияһы ойошторолдо

Республика Башлығы Радий Хәбиров тейешле указға ҡул ҡуйҙы. Дирекцияны вице-премьер - Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев етәкләй. Яңы ойошма республикала хәрби һәм гражданлыҡ тәғәйенләнештәге пилотһыҙ осҡостар етештереү, фәнни-технологик мөмкинлектәрҙе үҫтереү, тармаҡта кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү өсөн яуаплы була. Дирекцияға 2035 йылға тиклем иҫәпләнгән пилотһыҙ авиация стратегияһын әҙәрләү бурысы ҡуйыла. 

Фото №1 - Республикала  Пилотһыҙ авиация системаларын үҫтереү дирекцияһы ойошторолдо
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ