"Геосаҡырыу" тип исемләнгән сара 16 сентябрҙә башлана. Унда Рәсәй төбәктәре, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәренән йәш геологтар, ғалимдар ҡатнаша. Чемпионат Шишмә районындағы "Патриот" паркында, Архангел, Ишембай һәм Ғафури райондарында ойошторола. Вице-премьер – Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Азамат Абдрахманов етәкселегендә ойоштороу комитеты балаларҙы урынлаштырыу, сараны уҙғарыу шарттары менән ҡыҙыҡһынды.
Азамат Абдрахманов әйтеүенсә, Башҡортостан өсөн был чемпионат үтә лә мөһим. Уның ер аҫты байлыҡтары күп булған төбәктә ойошторолоуы байтаҡ проблемаларҙы хәл итеү, ҡаҙылма байлыҡтар менән файҙаланыуҙы яңы кимәлгә күтәреү мөмкинлеген бирә. Чемпионатта 11 төр ярыш була. Конкурсанттар палеонтология, геохимия, гидрология, минералогия, петрография буйынса һынау тота, проекттарын яҡлай. Йәш геологтарҙың ярышын илдең абруйлы ғалимдары һәм ҡаҙылма байлыҡтар өлкәһендә эшләгән эксперттар баһалай.








