Рәсәйҙә ауыл ипотекаһы программаһы киләһе йылда яңынан ғәмәлгә ашырыла

Рәсәйҙә  ауыл  ипотекаһы программаһы  киләһе  йылда  яңынан ғәмәлгә  ашырыла

 Ауыл  хужалығы  министры  Дмитрий  Патрушев белдереүенсә,  әле  алдан бирелгән кредиттар буйынса  йөкләмәләр артҡан. Бюджеттан аҡса алғас, программаны яңынан башларға  мөмкин, - тине ул. Үҙәк банк нигеҙ ставканы 12 процентҡа тиклем күтәргәндән һуң, 25 августан  банктар  "Ауыл ипотекаһы" программаһы буйынса  аҡса биреүҙе  туҡтатты.  Был программа 2020 йылда  башланды, ауылдарҙа йорт-фатир алыу  өсөн торлаҡ  кредиты йыллыҡ  3 процент менән бирелде. 

Фото №1 - Рәсәйҙә  ауыл  ипотекаһы программаһы  киләһе  йылда  яңынан ғәмәлгә  ашырыла
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ