Башҡортостанда аҙыҡ сүстәрен етештереү буйынса завод барлыҡҡа килә

Уны “Алға” махсус иҡтисади биләмәһе майҙанында төҙөү ҡаралған. Проект инвестиция комитеты ултырышында ҡаралды. Бында пектин һәм клетчатка етештереү ҡарала. Пектин аҙыҡ-түлек сәнәғәтендә киң ҡулланыла. Шулай уҡ төрлө дарыуҙар составына инә, яман шеш күҙәнәктәре менән көрәшә. Клетчатка мал-тыуарға аҙыҡ әҙерләүҙә ҡулланыла. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн 5 миллион 400 мең  һум инвестиция йәлеп ителә, ти “Файбер нутришн”  йәмғиәте директоры Тимур Ғарифуллин.

Башҡортостанда аҙыҡ сүстәрен етештереү буйынса завод барлыҡҡа килә
Фото №1 - Башҡортостанда аҙыҡ сүстәрен етештереү буйынса завод барлыҡҡа килә
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ