Был хеҙмәт граждандарға һалым түләүҙәр хаҡында тиҙ мәғлүмәт алырға һәм онлайн форматта түләү мөмкинлеге бирә. Быға тиклем Дәүләт хеҙмәттәре порталында бурыс тураһында ғына мәғлүмәт бар ине. Яңы ысул менән ҡулланыу өсөн порталда килешеү төҙөп, «госключ» ярҙамында раҫлап һалым органдарына ебәрергә кәрәк. Ошо ваҡыттан дәүләт хеҙмәттәре порталына белдереүҙәр киләсәк һәм ошонда уҡ уларҙы түләргә лә мөмкин була. Ҡыйынлыҡтар тыуһа, һалым органына мөрәжәғәт итеп ярҙым алырға мөмкин. 1 сентябрҙән йыл аҙағына тиклем был ысул буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. Республикала яңы мөмкинлек менән 40 меңдән ашыу һалым түләүсе ҡуллана ла инде.






