«Салауат Юлаев» хоккейсылары быйылғы миҙгелдә икенсе еңеүен яуланы

Был юлы Виктор Козлов тәрбиәләнеүселәре Тольяттиҙа урындағы «Лада» клубын 5-2 иҫәбенә ҡыйратты.

Командалар 2018 йылдан КХЛ-да бер-береһе менән уйнамаған, сөнки автозаводсылар һуңғы биш йыл дауамында юғары хоккей лигаһында сығыш яһаны. Юлаевсыларға Александр Хмелевскийҙың хет-тригы һәм Алексей Пустозёров менән Вячеслав Лещенконың голдары еңеү килтерҙе.

Дәғүәселәрҙең ике шайбаһын да Трой Джозефс индерҙе. Шулай итеп «Салауат Юлаев» клубы Көнсығыш конференцияла 4 мәрәй менән икенсе урынға күтәрелде, «Лада» һуңғы 12-се баҫҡысты биләй. Киләһе дүшәмбе яҡташтарыбыҙ үҙ боҙонда быйылғы миҙгелдәге тәүге уйынын үткәрә Юлаевсыларға ҡунаҡҡа үт күршеләр - Маганиоргскиҙың «Металлург»ы килә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ