Тәгәрмәс өҫтөндә еңел пар менән. Салауат районы үҙәге Малаяҙҙа йәшәүсе Рөстәм Хөснуллин махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға мобиль мунса эшләй. Әҙер булыу менән ул уны үҙе үк алып барып та ҡуясаҡ. Әйткәндәй, Рөстәм Хөснуллин Донбас еренә ярҙам ылауы менән 2015 йылдан алып йөрөй. Был мобиль мунса иһә уның үҙ ҡулдары менән төҙөп яугирҙарға тапшырған 11-се техникаһы. БЮТ хәбәрсеһе Айнур Кәбиров дауам итә.
Шулай уҡ яңы кардан, трансмиссия, яғыулыҡ багы һәм башҡа бик күп деталдәр. Техника конструктор шикелле тотош республиканан йыйыла. Берҙәм көс менән ташландыҡ ГАЗ автомашинаһы яңынан тәгәрмәстәргә баҫа. Сират хәҙер кузовҡа. Рөстәм ауылдаштары, дуҫ-иштәре менән бергә мунса ҡора.
Кемдер мейес эшләгән, берәүҙәр каркас ҡора, таҡта быса. Рөстәм Хәҙер 2015 йылдан алып Донбаста йәшәүселәр, хәрби бурысын үтәүселәргә ярҙам итә. Уның хәҙер тирә-йүндә фекерҙәштәре, ярҙам итергә ашҡынып торусы дуҫтарынан тотош бер команда тупланған. Яугирҙарҙың һәр теләген тәүлек эсендә үтәп тә ҡуябыҙ, ти улар.
Ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ситтә ҡалмаған. Тәгәрмәстәр өҫтөндәге мунса миндектәре, тастары, йыуыныу кәрәк-яраҡтары тейәп китәсәк. Хатта мунсанан сыҡҡас сәй эсергә тыуған-яҡ үләндәре, балы ла бар.
Был селтәрҙәр артында ла ҡыйыу ҡатын-ҡыҙҙар йәшенгән. Улар күренмәй икән, тимәк, үргән маскировкалары ла сифатлы. Шикләнәһе түгел. Малаяҙ ҡатын-ҡыҙҙары махсус хәрби операцияға селтәр үреү эшен төньяҡ-көнсығыш райондарҙа тәүгеләрҙән булып башлай.
Хәҙер улар хәрби экипировка тәғәйенләнешендә ирҙәрҙән ҡалышмай. Сөнки ҡатын-ҡыҙҙар ҙа яугирҙарҙың үҙе менән кәңәләшеп эш итә. Уларҙың маҡтау һүҙҙәре беҙҙең өсөн иң ҙур баһа, ти улар.
Тиҙҙән Малаяҙҙа селтәр үреүселәр артасаҡ ҡына. Мөмкинлектәре сикләнгәндәр йәмғиәте лә ҡатын-ҡыҙҙарҙан оҫталыҡ дәрестәре алып уларға ҡушылырға теләк белдергән. Шуға ҡарамаҫтан бер генә маскировкалау селтәре лә келәттә саңланып ятмай. Уны ялға ҡатҡан яугирҙар үҙҙәренә, дуҫтарына, полкташтарына алып китә. Әгәр беҙҙең үргән селтәрҙәр бер генә кешенең ғүмерен һаҡлап ҡалһа ла, маҡсатыбыҙға ирешкән булабыҙ, ти ҡатын-ҡыҙҙар.
Айнур Кәбиров






