Ғәскәровсылар «Урал һәм Шүлгән» спектакле менән Новосибирскиҙа сығыш яһаны

Ғәскәровсылар «Урал һәм Шүлгән» спектакле менән Новосибирскиҙа сығыш яһаны

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле традицион театр оҫталығы һәм вокал-хореграфия сәнғәте фестивалендә ҡатнашты. Яҡташтарыбыҙҙың башҡорт бейеүенең тарихи фольклор бейеү композицияһы бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Тамаша һуңынан да хореографтар һәм уҡыусылар балет артистарынан үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуап алды. Әйткәндәй, Ғәскәровсылар сираттағы ижад миҙгелен 27 сентябрҙә тап «Урал һәм Шүлгән» спектакле менән аса. Ә иртәгә ижади коллектив Милли кейем көнө сиктәрендә сәхнә костюмдарын күргәҙмәгә сығара.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ