Башҡортостан Башлығы донъя кимәлендәге Евразия ғилми-мәғариф үҙәгенең йортонда булды

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ул быйыл августа берләшмәнең идарасы компанияһы базаһында асылғайны. 1300 квадрат метр майҙанда мультимедия экраны менән йыһазландырылған күп функциялы зал, һөйләшеүҙәр кабинеты, киберспорт клубы, компьютер класы һәм кофе-брейк зонаһы булдырылған.

Төбәк етәксеһе студенттар һәм ғалимдар өсөн эшлекле һәм ижади киңлек менән танышып, «Университет импульсы» проекттар акселераторында ҡатнашыусылар менән аралашты. Шулай уҡ Радий Хәбиров күп функциялы спорт майҙансығы һәм воркаут булған фиджитал-үҙәк булдырыу концепцияһын хуплап, уникаль спорт инфраструктураһы объекты төҙөлөшө өсөн ер участкаһы һайлау буйынса тәҡдимдәр индерергә ҡушты. Йәш ғалимдар һәм аспиранттар менән осрашыуҙа Евразия ғилми-мәғариф үҙәгенең республикала фән һәм юғары белем үҫеше драйверына әйләнеүе билдәләнде.

Һөнәри белем алған йәштәрҙе фәнгә ылыҡтырыу өсөн уңайлы шарттар булдырырға кәрәк. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ғилми-мәғариф өлкәһенә күрһәтелгән дәүләт ярҙамы системаһы тураһында ла һөйләне. Былтыр йәш ғалимдарға стажировкалар ойоштороу, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуҙы үҙ эсенә алған гранттар программаһы ҡабул ителде. Этапҡа бүлеп, донъя кимәлендәге заманса лабораториялар ҙа ойошторола. Йыл аҙағында студенттар кампусының тәүге сираты төҙөлөшөн тамамлау ҡаралған.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йәш ғалимдар һәм аспиранттарҙы Яңы уҡыу йылы башланыуы менән дә тәбрикләне. Төбәктең ғилми-мәғариф мөхит үҫешенә тос өлөш индереүселәргә дәүләт наградалары тапшырылды.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ