Байрам Бородин алышы көнө менән бәйле. Йыл һайын Мәскәү өлкәһенең Можайский районында һуғыш урынында Бородин көнө халыҡ - ара хәрби-тарихи фестивале үтә. Ғәскәрҙәр алышын БЮТ ижади төркөмө күҙәтте.
Башҡорт халҡы ҡатнашмаған яу бар микән. Илгә афәт килеү менән ата-бабаларыбыҙ атын эйәрләгән, ниндәй ҡоралы бар, шуның менән илде һаҡларға ашҡынған.
Бородин яланында йәнә һуғыш. Бәхеткә күрә, ул реконструкция. 1812 йылғы Ватан һуғышы, рус һәм француз армиялары..
Мәскәү өлкәһендә Бородин һуғышына 211 йыл тулыу байрамында яҡтар ғәҙәттәгесә данлы бәрелеште уйнап күрһәтә. Был юлы ла сотник Илдар Шәйәхмәтов алыш уртаһында. Любизар хәрби-тарихи клубы ағзалары ике быуат элек башҡорттар нисек яу сапҡан, шул ҡағиҙәләрҙе тота.
«Аҡбуҙат» ипподромынан өс башҡорт тоҡомло ат килтерелгән. Малҡайҙар алдан әҙерлекле-реконструкциялағы атыш-шартлауҙарҙан өркмәй торғандары. Любизарға дүртенсе атты Мәскәү өлкәһенең ат аҫыраусыһы биреп торған.
Хәрби-тарихи клуб ағзалары сарала йыл һайын ҡатнаша. Мәжит Ибраһимов Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында эшләй. Файҙалы ҡаҙылмалар ҡаҙыусы тарихҡа мөкиббән. Башҡорт һыбайлыһының ғәскәрҙә нисек ҡатнашыуын уның уҡ-һаҙағындағы биҙәктәрҙән уҡып белеп була. Ғөмүмән, реконструкторҙар һәр элементты элек нисек булған, шулай тергеҙә, бөтәһе лә тап килергә тейеш.
Кейеҙ тирмә , әлбиттә, һуғышта булмаған. Әммә уны клуб ағзалары бында башҡорт халҡының көнитмешен күрһәтер өсөн ҡорған. Ҡунаҡтарға милли- аш һыу, самауыр сәйе тәҡдим ителә.
Бер яҡ ситтә йылъяҙмасы ваҡиғаларҙы ҡарап нисек бар шулай теркәп бара.
Бөтәһе лә 211 йыл элек 8 сентябрҙә нисек булған, шул килеш күрһәтелә. Тик бер нәмә генә үҙгәреш кисергән - ул француздар менән мөнәсәбәт. Реконструкцияла ул дуҫтарса һәм йылы. Фестиваль дә тыныслыҡҡа ынтылыш рухын сағылдыра.
Рәмилә Исмәғилева






