Был тема Республика хөкүмәтендә ҡаралды. 30-ар миллион һумлыҡ грантты 3 колледж ала. Аҡса конкурс нигеҙендә бирелә. Һайлап алыу этабы ошо айҙа башлана. Гранттар йыл һайын тапшырыласаҡ. Башҡортостан Рәсәйҙә урта һөнәри белем биреү учреждениелары һаны буйынса алдынғы төбәктәрҙең береһе. Беҙҙә 92 колледж бар. Уҙған йылда республикала колледждарҙы капиталь ремонтлау программаһы башланды. Быйыл бының өсөн 12 уҡыу йортона 500 миллион һум бүленде.







