Өфөнөң Зинин ауылы эргәһендә тимер юл аша сыҡҡан күпер төҙөлөшөндә эш тамамланыу алдында

Әммә юл конструкцияһында етешһеҙлектәр табылған. Контроль тикшереү барышында объект таянысында 100 миллиметр тайпылыш теркәлгән. Быйыл ноябрҙә файҙаланыуға тапшырылға тейеш объект менән бәйле күрһәткестәр Мәскәүгә фәнни-тикшереү экспертизаһына ебәрелгән.

Был участканан көнөнә 2 меңдән ашыу автомобиль үтә. Әле бында оҙаҡҡа һуҙылған юл тығындары күҙәтелеүгә бәйле объектты мөмкин тиклем тиҙерәк төҙөп файҙаланыуға тапшырыу бурысы ҡуйыла. Күпер булһа тимер юл һәм йөк ташыу трафигы транспорт хәрәкәтенә ҡамасауламаясаҡ.

Александр Клебанов, Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры

Конструкцияла етешһеҙлектәр август аҙығында асыҡланған. Был ваҡытҡа юлға асфальт түшәлгән, баҫҡыстар эшләнгән, яҡтыртыу ҡоролмалары ҡуйылған. Мәскәү фәнни-тикшеренеү институтынан көтөлгән һөҙөмтәләр Өфө ҡала хакимиәтенә сентябрь аҙағына тиклем ебәреләсәк. Белгестәр, Зинин күпере йыл аҙағына тиклем файҙаланыуға тапшырыласаҡ тип вәғәҙәләй.

Конструкцияла тайпылыш әллә ни хәүефле түгел һәм хәрәкәткә йоғонто яһамай. Әммә етешһеҙлекте бөтөрөү өсөн һөҙөмтәле саралар тәҡдим ителә. Объекттың нигеҙен нығытыу менән бәйле һынауҙар 45-60 көн эсендә тамамлансаҡ.

Константин Паппе, Өфөнөң төҙөлөш, юл ремонты һәм яһалма ҡоролмаларҙы хеҙмәтләндереү идаралығы етәксеһе
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ