Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала билдәле прозаик Динә Гаврилова менән әҙәби сәғәт ойошторолдо. Тыуған еренән ситтә йәшәгән әҙибә өсөн Башҡортостан илһам сығанағы. Уның китаптарының геройҙары ла Башҡортостанда йәшәүселәр. Теманың дауамы киләһе яҙмала.
Бишбүләк районы Кесе Мәнәүез ауылында тыуып үҫкән Динә Гаврилова Милли китапханаға бүләккә әҙәби геройҙарының прототиптарының ҡултамғалары ҡуйылған китабын әҙерләгән. Ваҡытында техник вузда белем алып, сит тарафтарға эшкә ебәрелгән яҡташыбыҙҙың ҡулына ҡәләм алыуына тыуған Башҡортостанын һағыныу сәбәпсе була.
Әҙәбиәт һөйөүселәр араһында киң танылыу яулаған «Һалҡын йылдар төҫтәре» һәм «Һин барыһынан дә яҡшыраҡ» тип исемләнгән романдарында Динә Гаврилова төп геройы Еляның яҙмышы аша Кесе Мәнәүез ауылы халҡының уҙған быуаттың 30-сы йылдар аҙағынан 60-сы йылдарға тиклемге көнкүрешен һүрәтләй. Боронғо сыуаш ауылы тарихы ил яҙмышынан айырылғыһыҙ. Шуға ла уны төрлө милләт уҡыусылары яратып уҡый.
Рус телендә ижад иткән сыуаш әҙибәһенең эпик әҫәрен бер нисә йыл элек яҙыусы Дамир Шәрәфетдинов башҡортсаға тәржемә иткәйне. Роман бүлектәре шулай уҡ видеопрозаға ла һалынған. Әҙәби тәнҡитселәр фекеренсә, әҫәрҙә яҙыусы сыуаш телендә мәҡәл-әйтемдәр, таҡмаҡтарҙы оҫта файҙаланған. Әҙёбиәт һөйөүселәр романдың өсөнсө томы ла тәүге икеһе кеүек үк ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс буласағына ышанып ҡала.
Гөлдәриә Йосопова






