Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сираттағы «Инвестиция сәғәте»н үткәрҙе

Унда сәнәғәттә һәм хеҙмәтләндереү өлкәһендә яңы башланғыстар хупланды.

Өфө-Аэропорт юлында «Лукойл» автозаправкалау станцияһы барлыҡҡа киләсәк. Проект инвестиция комитеты тарафынан өҫтөнлөклө тип табылды. Ерҙе сауҙаһыҙ бүлеп биреү, инженер инфраструктура булдырыуҙа дәүләт ярҙамы күрһәтелә.

«Инмаш» концерны Стәрлетамаҡта импортты алмаштырыу сиктәрендә иҡтисадтың төрлө тармаҡтары өсөн изделиелар етештереүҙе ойоштороу проектын тәҡдим итте.

Производствоны киңәйтеү өсөн ер участкаһы һатып алынған, төҙөлөш-монтаж эштәре башланған.. Проектҡа 716 миллион һум аҡса һалына һәм 42 яңы эш урыны булдырыла.

Төбәктең инвестиция комитеты тәҡдим ителгән проектты хупланы. Инвесторға һалым ташламалары бирелә, инженер селтәрҙәре үткәреүҙә ярҙам буласаҡ. Бөрө районында боландар үрсетеү буйынса турист базаһы проекты тәҡдим ителде.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ