Башҡортостанда тимер юл хәрәкәте асылыуға - 135 йыл

1888 йылдың 8 сентябрендә Кинель-Өфө тимер юл линияһы файҙаланыуға тапшырыла. Нәҡ ошо көндө асылған Ағиҙел тимер юл күпере аша тәүге паровоз үтеп, баш ҡала вокзалына туҡтай. Тимер юл хәрәкәте асылыуы төбәктең иҡтисади һәм мәҙәни үҫешенә ҙур этәргес була.

Бөгөн Башҡортостан тимер юл транспорты илдә пассажир һәм йөк ташыу буйынса алдынғы урында. 2023 йылдың тәүге яртыһында республикала пассажирҙар ағымы миллиондан ашҡан. Төбәктә етештерелгән продукция тимер юлдары аша Төркиә, Ҡаҙағстан һәм башҡа илдәргә сығарыла. Юбилейлы дата Өфө тимер юл вокзалында ла билдәләнде. Йәйгеһен поездарҙа проводник булып эшләгән Рәсәй студенттары отряды вәкилдәренә Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.

135 йыл эсендә күп нәмә алға киткән. Өфө тимер юл вокзалы ғына ни тора. Заманса, пассажирҙар уңайлығы өсөн бөтә шарттар булдырылған. Шул уҡ ваҡытта поездар ҙа арта, үҙгәрә. Әйтәйек, хәҙер Өфөнән Имеритин курортына ла ике ҡатлы поезда барып етергә мөмкин.

Дмитрий Передумов, «Федераль пассажир компанияһы» ойошмаһының Куйбышев филиалы бүлеге етәксеһе
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ