Башҡортостан картаһында тағы ла бер үҫеш нөктәһе барлыҡҡа килде

Иглин районы Аҡбирҙе ауылындағы урта мәктәп федераль проектҡа ҡушылды. Унда тәбиғи-фәнни һәм технологик йүнәлештәге белем биреү үҙәге асылды. Уҡыу йортона физика, химия, биология кабинеттары өсөн миллион ярым һумлыҡ заманса ҡорамалдар тапшырылды. Иглин районының 15 мәктәбе шундай уҡ техника менән йыһазландырылған. Үҙәктә физика, химия һәм биология буйынса дөйөм белем биреү программаларын ғына түгел, робототехника, проект һәм дәрестән тыш эшмәкәрлек буйынса өҫтәмә дәрестәрҙе лә тормошҡа ашырыу планлаштырыла.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ