Сентябрҙең тәүге аҙнаһында Китап уҡыу көнө билдәләнә

Хәҙерге заманда, интернет селтәре киң йәйелгән мәлдә, халыҡ китапханаға йөрөймө? Был һорауға яуапты БЮТ ижади төркөмө эҙләне.

Баймаҡ биләмә -ара үҙәк китапханаһынан бер ваҡытта ла кеше өҙөлмәй. Китап артынан кескәйҙәр ҙә, оло йәштәгеләр ҙә килә. Китапханасылар иһә, уларға әҙәбиәт һайлауҙа үҙ кәңәштәрен бирә, ярҙам күрһәтә. Улар көнөнә яҡынса 40 кешене ҡабул итә.

Китапхана уҡыусыларҙы йәлеп итер өсөн заманса алымдар ҡуллана, төрлө йүнәлештәге клубтар уңышлы эшләй. Йәштәрҙе китап уҡыуға ылыҡтырыу маҡсатында Библиойәшлек проектын булдыра. Уҡыу залынан да кеше өҙөлмәй.

Хәҙерге ваҡытта әҙәбиәт һөйөүселәр китапты электрон рәүештә уҡыуҙы үҙ итә. Был осраҡта, Литрес һанлы сервисы ярҙамға килә.

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапхана 5 меңдән ашыу уҡыусыны хеҙмәтләндерә, уның фондын 42 меңдән ашыу китап тәшкил итә. Китап -белем шишмәһе. Шуға ла һәр саҡ әҙәбиәт менән дуҫ булырға кәрәк.

Альбина Байегетова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ