Йылына ике тапҡыр билдәләнгән сараны бөгөн дә республика халҡы дәррәү күтәреп алды. Төрлө быуын вәкилдәре милли кейемдәрҙә, биҙәүестәр тағып эшкә барҙы. Был көн шулай уҡ мәғариф учреждениеларында ла киң билдәләнде. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Кис түгел, ҡыҙҙар мәктәптә дәрес араһында ла ултырып сигеү сигә. Мөхәммәт Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейы уҡыусылары Милли кейем көнөн етди әҙерлек менән ҡаршы алды. Башҡорт йорто музейында уҡыусылар аҫаба халыҡтың үткәнен барлап ҡына ҡалмай, киләсәккә лайыҡлы тәрбиә лә ала.
Ә был иһә беренсе класс уҡыусылары. Уҡыу бүлмәһендә ниндәй генә халыҡтың костюмы һәм атрибутикаһы юҡ. Балалар дәрескә үзбәк түбәтәйендә, рус, хатта сиған костюмында дәрескә килгән. Бында ата-әсәләрҙе бай фантазияһы ла күренеп тора. Ә өсөнсө класта белем алыусылар ҙа донъя халыҡтарының традицион милли кейем комплекты күҙ алдына баҫа.
Был көн Башҡортостандың Милли музейына килеүселәр өсөн дә айырыуса иҫтәлекле булды. Фондтарҙа һаҡланған милли биҙәүестәрҙә дефиле ойоштороуҙары үҙе бер сағыу тамаша булды. Ошонда уҡ ҡул эштәрен һатыу, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашыу мөмкинлеге лә бирелде.
Ә был иһә данлыҡлы Ғәскәровсылар. Балет артистары бөгөн сәхнәлә түгел, ҡыҙыл келәмдә сығыш яһаны. Башҡорт халҡының алтын мираҫын сәхнәләштергән ижади коллектив Милли кейем көнөндә «Урал һәм Шүлгән» спектакленең костюмдарын тәҡдим итте. Композицияла бейеүсенең ниндәй роль башҡарғаны, дизайнерҙың кейемдәргә ниндәй элемент һалырға тырышыуына тиклем бәйән ителде. Сара һуңында һәр кем яратҡан артисы-геройы менән иҫтәлеккә фотоға ла төштө.
Йылына ике тапҡыр билдәләнгән Милли кейем көнө бөгөн дә үҙ маҡсатына иреште. Башҡортостанда йәшәүсе һәр халыҡ өсөн милли кейем айырым ғорурлыҡ. Ул милләттең йөҙөн, тарихын, тормошон сағылдыра.
Азат Ғәлиуллин






