Республика етәксеһе нефть продукттары һатыу буйынса махсуслашҡан ойошманың хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары һәм рәхмәт хаттары тапшырҙы. «ЛУКОЙЛ-Уралнефтепродукт» йәмғиәтенең төбәктә 54 автомобиль заправкалау станцияһы иҫәпләнә, һуңғы ике йылда республикаға һалынған инвестиция күләме 429 миллион һумға еткән.
Башҡортостан менән «ЛУКОЙЛ» йәмғиәте араһында хеҙмәттәшлек килешеүе төҙөлгән. Уға ярашлы, республикала инвестиция мөхитен яҡшыртыу, сәнәғәт ҡеүәтен үҫтереү, предприятиеларҙы һәм халыҡты энергия ресурстары менән тотороҡло тәьмин итеү йүнәлешендә эш алып барыла. Компания киләсәктә сеймал базаһын үҫтереп, яңы нефть һәм газ ятҡылыҡтарын үҙләштереү буйынса оҙайлы программаларҙы тормошҡа ашырырға ниәтләй.



