Баш ҡаланың Өфө шоссеһы урамындағы авария хәлендәге йортта улар өсөн махсус уҡыуҙар ойошторолдо. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының йылдан-йыл техник мөмкинлектәре камиллаштырыла. Янғын һүндереүселәр заманса ҡорамалдар менән эш итә белергә, ут менән көрәш тактикаһын теүәл үҙләштерергә тейеш.
Күнекмәләргә Өфө ҡалаһының бер нисә янғын һүндереү часе хеҙмәткәрҙәре йәлеп ителде. Улар бейек ҡатлы, күп фатирлы йортта ут менән көрәш алымдарын өйрәнде. Ҡотҡарыусылар елләтеү системаһы менән файҙаланыу алымдарын үҙләштерҙе. Күп фатирлы йортта янғын сыҡҡанда, подъезға ҡуйы ҡара төтөн тула. Уны ҡыуып таратыу өсөн махсус ел ҡыуғыс ҡулланыла. Ут менән көрәш тактикаһында, бәлә -ҡазаны иҫкәртеү йәһәтенән был бик һөҙөмтәле алым тигән фекерҙә янғын һүндереүселәр.






