Лекциялар урынына - адаптация аҙнаһы. Өфө фән һәм технологиялар университетында беренсе курс студенттары өсөн «Старт» тип исемләнгән проект тормошҡа ашырыла. Маҡсат бер - кисәге мәктәп уҡыусылары юғары уҡыу йортона тиҙерәк яраҡлашырға, төркөмдәштәре менән танышып, бер командаға әйләнергә тейеш. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Беренсе курс студенттары юғары уҡыу йортоноң авиация двигателдәре музейында экскурсияла. Ҡоролмаларҙың күбеһе Өфөләге предприятиела етештерелгән. Йәштәр университет тормошо менән танышып, авиация өлкәһенә ҡыҙыҡһыныуын арттыра.
Быйыл Өфө фән һәм технологиялар университетына дүрт мең студент ҡабул ителгән, уларҙың биштән бер өлөшө сит илдәрҙән. Йәштәр яңы уҡыу йылының беренсе аҙнаһын файҙалы үткәрә - ғәҙәти лекциялар урынына «Фән һәм эшҡыуарлыҡ», «Карьера һәм компетенциялар», «Ижад һәм үҙаллы үҫеш» буйынса мәғариф модулдәрендә ҡатнаша.
Беренсе курс студенттары өсөн тәғәйенләнгән «Старт» проекты юғары уҡыу йортоноң йәштәр сәйәсәте идаралығы, профсоюздар комитеты тарафынан әҙерләнгән. Һәр төркөм менән тьюторҙар, йәғни остаздар эшләй. Йәштәрҙе улар университет киңлеге, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре менән таныштыра.Социаль ярҙам саралары тураһында мәғлүмәт бирә. Проект сиктәрендә командаға берләшеү буйынса төрлө уйындар ҙа уҙғарыла.
Адаптация аҙнаһында әүҙем ҡатнашҡан студенттар өсөн дәртләндереү саралары ла ҡаралған. Йыйылған балл күләме буйынса вуз символикаһы менән иҫтәлекле бүләктәр тапшыра.
Гөлназ Хәйбуллина



