Башҡортостан Башлығы урта һөнәри белем биреү йорттарының тәрбиә эштәре кәңәшселәре менән осрашты

Илһөйәрлек тәрбиәһен бергәләп алып барыу мөһим. Был турала Башҡортостан Башлығы урта һөнәри белем биреү йорттарының тәрбиә эштәре кәңәшселәре менән осрашыу барышында белдерҙе. Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» паркында улар өсөн махсус слет ойошторолдо. Йоманан йәкшәмбегә тиклем улар төрлө уҡыуҙар һәм тренингтар үтә. Үҫмерҙәр менән эш итеү алымдарын камиллаштыра.

Слет программаһында Башҡортостан Башлығы менән осрашыу ҙа бар. Радий Хәбиров урта һөнәри уҡыу йорттары директорҙарының тәрбиә эштәре кәңәшселәре менән усаҡ тирәләй, асыҡ һауала аралашты. Һүҙ башлыса илһөйәрлек тәрбиәһе тураһында барҙы. Башҡортостан Башлығы тәрбиәселәр слетын даими уҙғарыу яҡлы булыуын белдерҙе. Осрашыу һуңында Башҡортостан Башлығы йәштәр менән күмәк фотоға төштө.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ