Донъя кимәлендәге Евразия халыҡ-ара ғилми-мәғариф үҙәгендә Өфө дәүләт нефть техник университетының «Медиадизайн һәм мультихудожество һанлы технологиялар» лабораторияһы булдырыла. Ул образлы системалар һәм виртуаль ысынбарлыҡ өлкәләрендә яңы йүнәлештәрҙе үҙләшерә, һанлы мөхиттә заманса медиатехнолгиялар ҡуллынылған проекттарҙы тормошҡа ашыра.
Өфө дәүләт нефть техник университетының өсөнсө курс студенттары республика мәктәптәренең береһе өсөн яңы уҡыу шарттары булдыра. Дизайнда яңы алымдар ҡулланыу ғәҙәти класты заманса киңлеккә әйләндереү мөмкинлектәрен арттыра. Студенттар Өфөләге тағы өс белем усағында уңайлы мөхит булдырырға ниәтләй.
Мәктәп киңлеген биҙәү - «Дизайн һәм сәнғәт фәне» кафедраһы йүнәлештәренең береһе. Ул илдең уңайлы ҡала мөхите булдырыу үҫеш стратегияһына яуап бирә. Проект башланғысы менән университет етәкселеге сыҡҡан. Тиҙҙән йәш дизайнерҙар донъя кимәлендәге Евразия ғилми-мәғариф үҙәге студенттар кампусында, заманса лабораторияла эшләй башлаясаҡ. Үҫеш мөмкинлекттәре арта.
Креатив мөхит, мобиль экспозиция зонаһы, эш урындары - бында һанлы идеяларҙы тормошҡа ашырыу өсөн барлыҡ шарттар булдырылған. Лаборатория Вуз-ара кампус төҙөлөшө тамамланыу менән яңы бинала үҙ эшен башлаясаҡ. Образлы системалар һәм виртуаль ысынбарлыҡ өлкәләрендә яңы йүнәлештәр үҙләштереү мөмкинлектәре бермә-бер артыр тип көтөлә.
Гөлназ Хәйбуллина



