Башҡортостан милли музейында рәссам Эдуард Басариевтың шәхси күргәҙмәһе асылды

«Башҡортостандың йәш рәссамдары» республика конкурсы дипломанты, Рәсәй Хөкүмәтенең йәш сәнғәт әһелдәре стипендиаты, рәссам, уҡытыусы һәм остаз күргәҙмәһе хаҡында киләһе яҙмала.

Эдуард Басариев профессор Әмир Мәжитовтан һынлы сәнғәт һабаҡтарын алған. Рәсәй рәссамдар союзы ағзаһы Эдуард Бассариевтың был икенсе шәхси күргәҙмәһе. Автор ижадында пейзаж жанры өҫтөнлөк итә.

Күргәҙмәлә ҡыл ҡәләм оҫтаһының дүрт тиҫтәнән ашыу картинаһы менән танышырға мөмкин. Үҙенсәлекле экспозицияла Ғафури, Әбйәлил, Бөрйән, Салауат райондарындағы пленерҙар мәлендә ижад иткән эштәре ҡуйылған. Рәссам тәбиғәт күренештәрен фотһүрәттәге кеүек күсермә итеп түгел, ә илаһи тәбиғәткә һоҡланған күңел торошон бирә, тигән фекерҙә һөнәрҙәштәре.

Пейзаждарҙа һынландырылған күккә ашҡан тауҙар, йүгерек йылғалар, ғорур ҡаялар, икһеҙ-сикһеҙ башҡорт сәхрәләре тыуған ергә оло һөйөү билдәһе лә булып тора.

Эдуард Юлай улының төп һөнәре -театраль-биҙәү сәнғәте. Күргәҙмәлә шулай уҡ Мусоргскийҙың «Борис Годунов» операһына театраль эскиздары ла күрһәтелгән. 2022 йылда иһә рәссам Тобольск ҡалаһында пленерҙа ҡатнашҡан. Тарихи Себер ерҙәренә сәйәхәте авторҙы тыуған ил темаһын яҡтыртыуҙа яңы офоҡтар менән байытҡан.

Эдуард Басариевтың картиналарында һыуҙар сафлығы, ҡаялар ғорурлығы, далалар иркенлеге, ҡыҫҡаһы беҙҙе бала саҡтан уратып алған Башҡортостандың хозур тәбиғәте һынландырылған. Киндер буҫтауға традицион техника менән күсерелгән пейзаждары төҫтәр ҡуйылығы, ҡабатланмаҫ деталдәре менән тамашасы күңелен әсир итә.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ