Өфөлә беренсе ландшафт дизайнерҙары фестивале уҙҙы

Өфөнөң «Яркий» торлаҡ комплексы янында сағыу баҡсалар. Кустарев күле янында беренсе ландшафт дизайнерҙары фестивале уҙҙы. Экологик сарала ландшафт дизайны буйынса төрлө идеялар тормошҡа ашырылды, декоратив һәм емеш ҡыуаҡтарын, сәскәләр үҫтереү буйынса лекция уҡылды. Баҡса, йәмәғәт урындарын биҙәүселәрҙең байрамында БЮТ ижади төркөмө лә булды.

Йомғаҡ һәм унан таралып киткән ептәр, энәләр, түңәрәк көҙгө һәм уларҙа үҙҙәрен күҙәтеүсе төҙ ҡайындар. Анна Солодовникованың был идеяһын иретеп-йәбештереүселәр тормошҡа ашырған. Сөнки йомғаҡ тимерҙән, баҡсаға инеүсе тимер һуҡмаҡ буйлап атлай, бассейндар ҙа тимерҙән. Һанаулы ғына көндәр эсендә үҙенсәлекле ландшафт хасил булған.

Ольга Шредер иһә үҙ баҡсаһын һабын темаһы менән бәйләгән. Һабын сәскәләре бер аҙ һыуыҡҡа бирешкән, ә башҡа декоратив үҫемлектәр бер аҙна элек кенә бында күсереп ултырылыуына ҡарамаҫтан, тиҙ ереккән. 73 квадрат метрлыҡ майҙанды матурлау, йәшелләндереү, тәртипкә килтереп таштан һуҡмағын һалыу - 750 мең һумға төшкән.

Беҙгә бер аҙна ваҡыт бирҙеләр, йәшелләндереп өлгөрҙөк. Һырғанаҡ, шалфей һәм башҡа үҫемлектәр -бында бөтәһе лә һабын етештереүҙә ҡулланыла.

Ольга Шредер, ландшафт дизайнеры

Өфөлә ландшафт дизайнерҙары фестивале беренсе тапҡыр уҙҙы. Баш ҡаланан тыш Силәбенән, Екатеринбургтан һәм башҡа ҡалаларҙан ҡатнашыусылар көс һынашты.

Ландшафт дизайнерҙары туя ағасын киҫеп матурлау батлында ҡатнашты. Бөтә үҫемлектәр һәм ҡулланылған материалдар фестивалгә бағыусылар тарафынан бирелгән.

Еңеүселәргә декоратив үҫемлектәр, сәскәләр бүләк ителде. Ә ландшафт дизайнерҙары үҙҙәре ҡорған матурлыҡты «Яркий» биҫтәһендә йәшәүселәргә бүләк итеп ҡалдыра.

Рәмилә Исмәғилева

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ