Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы 20-нән ашыу китап авторы. Уның әҫәрҙәре сит телдәргә тәржемә ителгән, шиғырҙарына йыр яҙылған. Гөлфиә Юнысова оҙаҡ йылдар “Башҡортостан ҡыҙы” журналы редакцияһын етәкләне. Федераль һәм республика парламенты, Өфө ҡала Советы депутаты булды. Республикала Гөлфиә Юнысованың юбилейына арналған осрашыуҙар, конференциялар ойошторола. Авторҙың яңы китаптары нәшер ителә. Әлшәй район китапханаһына шағирәнең исеме бирелгән.
Яңыраҡ Гөлфиә Юнысоваға “Өфөнөң Почетлы гражданы” тигән исем бирелде. Башҡортостанда халыҡ шағирына арналған саралар дауам итә. 28 сентябрҙә республика милли китапханаһында осрашыу ойошторола.







