Республика хөкүмәтендә ошо турала документҡа ҡул ҡуйылды. Байрам киләһе йылда билдәләнә. Башҡортостанда Ленинград блокадаһында булыусылар сәләмәтлеген тикшертә аласаҡ, мәктәптәрҙә хәтер дәрестәре ойошторола, балалар һүрәттәре конкурсы була. Шулай уҡ кинофильмдар, викториналар, төрлө акциялар уҙғарыла. Ленинград блокадаһы 1941 йылдың 8 сентябрендә башлана һәм 872 көнгә һуҙыла. Ҡала 1944 йылдың 27 ғинуарында азат ителә.







