Башҡортостанда 50 мең гектарға яҡын майҙанда шәкәр сөгөлдөрөн ҡаҙып алыу бурысы ҡуйылған

Әлегә эш 8 процентҡа теүәлләнгән. Татлы тамыр уңышын йыйыуға ун район аграрийҙары сыҡҡан. Шишмәлә тиҫтәнән ашыу ауыл хужалығы предприятиеһы шәкәр сөгөлдөрөн үҫтерә. Дөйөм майҙан - 8 мең гектарҙар ашыу. Шәхси эшҡыуар Азамат Әсәҙуллин яҙ ҡырау һуғыуға ҡарамаҫтан, уңыш мул булыуын билдәләй. Гектар ҡеүәте - 400 центнер.

4 сентябрҙә шәкәр сөгөлдөрөн ҡаҙый башланыҡ. 135 гектар майҙанда эш тамамланыу алдында. Техникаларҙы ҡуртымға алдыҡ. Татлы тамырҙы Шишмә һәм Раевка шәкәр заводтарына тапшырабыҙ.

Азамат Әсәҙуллин, эшҡыуар
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ