Уҡбалыҡ селбәрәләренең сираттағы партияһы бөгөн Дүртөйлө ҡалаһы эргәһендәге Ағиҙел йылғаһына ебәрелде. Республиканың төп йылғаһы 50 мең селбәрә менән байытылды. Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы тарафынан Дүртөйлө юҡҡа ғына һайланмаған. Ведомство белгестәре әйтеүенсә, биләмә балыҡ үрсетеү өсөн ҡулай. Уҡбалыҡтар Һарытау өлкәһенән алынған. 14 сәғәттән ашыу юлды улар яҡшы кисергән.






